5 август көнө Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында “Асыҡ йөрәктәр” хәйриә фестивале уҙа. Йыр-моң һәм төрлө күңелле ярыштар менән бергә үрелеп барасаҡ байрам 13.00 сәғәттә башлана. Сара барышында баш ҡаланың балаларҙы спортҡа өйрәткән төрлө ойошмалары үҙҙәрендәге түңәрәктәр, секциялар менән таныштырасаҡ. Саранан төшкән килем мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы адаптациялау өсөн спортҡа ылыҡтырыуға, атап әйткәндә, улар өсөн “Йөҙөү мәктәбе”нә йыллыҡ абонементтар алыуға тотоноласаҡ. Был изге эштә һәр кем ҡатнаша, үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн ошо ғәмәлдәрҙең береһен һайлау ҙа етә: Проектҡа бағыусы булараҡ ярҙам итеп, етештергән продукцияңды, брендыңды, йә күрһәткән хеҙмәтеңде рекламалай йәки Лоторея билеты һатып ала алаһың (хаҡы 300 һум). Лотореяла еңеүселәргә: 1-се урынға – тау велосипеды, 2-се урынға – спорт самокаты, 3-сө урынға – “Спортмастер” магазинына 10 000 һумлыҡ сертификат һәм башҡа бүләктәр әҙерләнгән. Бәйләнеш өсөн телефон һәм ватсап номеры: 8 906 373 7883 - Альвира Шулай итеп, 5 августа баш ҡаланың “Ҡашҡаҙан” паркында үтәсәк ҡыҙыҡлы сараға рәхим итегеҙ!