Ҡариҙел районының Магинск мәктәбендә”Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә спорт залы төҙөкләндерелде. Бинала яҡтыртыу системаһы, ишектәр алмаштырылды, стена-түшәмдәр буялды. Ремонттан һуң мәктәптең спорт клубы ла тергеҙелә. Бында уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар физик культураны үҫтереү буйынса төп йүнәлештәрҙе билдәләйәсәк. -Быйыл 1 сентябрҙән Магинск мәктәбендә белем алыусылар яңыртылған спорт залында шөғөлләнә башлай. Мәктәп уҡыусыларын спортҡа ылыҡтырыу - мәктәптең төп бурыстарының береһе. Беҙҙең мәктәптә спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар. Спорт залы ремонтланған, уның нигеҙендә секциялар һәм түңәрәктәр, мәктәптең спорт клубы эшләйәсәк, - тине белем биреү учреждениеһы директоры Вера Белоусова. “Мәғариф” милли проекты Рәсәйҙәге барлыҡ балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ил буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм модернизациялана, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Фото: Магинск мәктәбе сайтынан.