Рәсәй Президенты Владимир Путин атайҙарҙың баланы тәрбиәләгәндә алиментҡа хоҡуғы барлығы тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡтағы документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында баҫылған. Федераль закон тарафынан Рәсәй Ғаилә кодексының 89-сы һәм 90-сы статьяларына үҙгәрештәр индерелә. Белеүебеҙсә, быға тиклем ҡатындар (элекке ҡатындар) йөклөлөк ваҡытында һәм балаға өс йәш тулғанға тиклем үҙен ҡарау өсөн алимент талап итә ала ине. Ә ирҙәрҙең айырым осраҡтарҙа ғына, мәҫәлән, әгәр пенсия йәшенә етһә йәки бала инвалид булған осраҡта ғына талап итә ала ине. Хәҙер был хоҡуҡтан – суд тәртибендә үҙен ҡарауға алимент түләүҙе – ҡатын да (элекке ҡатын да), шулай уҡ ир (элекке ир) ҙә дөйөм баланы тәрбиәләгән осраҡта талап итә ала. 2020 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда әсәйҙәрҙән һәм йәше 18-ҙән бәләкәй булған балаларҙан торған 78,3 мең ғаилә йәшәй. Яңғыҙ атайҙар ғына бәлиғ булмаған балаларын тәрбиәләгән 12,4 мең ғаилә бар. Рәсәй Президе