Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар был урынды айырыуса яратасаҡ

Быйыл Нефтекама ҡалаһында “Мираҫ” картиналар галереяһы ҡаршыһында яңы сквер барлыҡҡа киләсәк. Ҡала йәмәғәт киңлеге “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында булдырыла һәм муниципалитеттың ысын биҙәге булырға вәғәҙәләй. Буласаҡ парктың дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу, был ял һәм әүҙем ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Урында ял итеү зоналары төҙөкләндереләсәк, унда һәр кем тәбиғәттең матурлығына һоҡлана һәм ғаилә, дуҫтар менән ваҡыт үткәрә аласаҡ. “Балалар өсөн уйын зоналарына айырыуса иғтибар бүленде. Балаларыбыҙҙың саф һауала үҫеш һәм ваҡыт үткәреү мөмкинлеге булыуын теләйбеҙ. Шуға күрә скверҙа хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы аттракциондар менән заманса балалар өсөн уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Әүҙем йәшәү рәүешен яратыусылар өсөн велосипед юлдары һәм урам тренажерҙары ҡуйыласаҡ. Бында һәр кем үҙенең физик формаһына ярҙам итә һәм саф һауала спорт менән шөғөлләнә ала, – тине Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Айрат Ғималетдинов. – Экстремаль спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн айырым бүләк – памп-трек, ул экстремаль фанаттар өсөн ысын үҙәк буласаҡ һәм уларға үҙҙәрен, оҫталығын күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк”. Әлеге ваҡытта сквер биләмәһендә эштәр дауам итә. Яҡын арала тротуар плитәләре, эскәмйәләр, урналар, яҡтыртыу бағаналары, шулай уҡ ҡояштан йәки яуым-төшөмдән һаҡлау өсөн япмалар ҡуясаҡтар. Балалар өсөн уйын майҙансығында хәүефһеҙлекте һәм уңайлыҡты тәьмин итеү өсөн резина япма ҡаралған. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.