Найти тему
Башҡортостан гәзите

Быуындар тәжрибәһе юғалмаясаҡ

31 июлдән алып 2 авгусҡа саҡлы форум республиканың 40 муниципалитетынан килгән 100 ҡатнашыусы өсөн уникаль аралашыу майҙансығына әйләнде. Сараның маҡсаты – сәләмәтлегендә тайпылыштар булған кешеләр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу урыны булдырыу. “Беҙ инвалидлығы булған йәштәрҙең үҙен үҫтереү өсөн өҫтәмә дәртләндергес көс алыуын теләйбеҙ”, – тине Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Олег Ротов. Форумда семинарҙар, пленумдар, мотивация саралары ойошторолдо. Инвалидлығы булғандарға яңы технологияларҙы нисек ҡулланырғаикәнлеге, эшҡыуарлыҡта яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, власть органдары менән эш итеү тураһында һөйләнеләр. “Минең бизнесым” үҙәге вәкилдәре форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Фото: “Минең бизнесым” үҙәге сайтынан.