2023 йылдың 2 авгусына ҡарата Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа бер мандатлы округтар буйынса 234 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән үҙ-үҙен күрһәтеү юлы менән - биш кандидат һәм ете сәйәси партиянан 229 кандидат. Бөтә 55 округта ике партия – “Берҙәм Рәсәй” һәм ЛДПР, “Яңы кешеләр” – 42 округта, КПРФ – 41 округта; “ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР – ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН” 34 округта ҡатнаша. Ике партия бер округта – “Рәсәй экологик партияһы “ЙӘШЕЛДӘР” һәм “ВАТАН” партияһы. Шулай уҡ сәйәси партияларҙың республика исемлектәрен теркәү ҙә тамамланған. 1 авгусҡа ҡарата берҙәм округ (Башҡортостан Республикаһы) буйынса дөйөм һаны 627 кандидат булған биш сәйәси партия исемлеге теркәлгән: "Берҙәм Рәсәй" - 164 кеше, ЛДПР – 113 кеше, “Яңы кешеләр” – 152 кеше; “ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР - ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН” - 105 кеше; КПРФ – 93 кеше. Мәғлүм булыуынса, 10 сентябрь - Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө. Был көндө республика халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom