Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан Ғәле Хәсәнов - билдәле табип, йәмәғәт эшмәкәре. Ул оҙаҡ йылдар Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында йәшәй, урындағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем ағзаһы. Ғәле ағайҙың ауылда өлкән йәштәге атаһы йәшәй. 9 Майҙа улы уның янына ҡайтып, күмәкләшеп Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре обелискына барып сәскә һалғайнылар. Әле табип улдары менән бесәнгә ҡайтҡан. Йыл да туғандарына бесән эшләшеп, тыуған яҡ һауаһын һулап китә шулай. Әйткәндәй, үҙе лә, улдары ла үләнде ҡул салғыһы менән саба. Быйыл үлән үҫмәгән, тип кенә зарлана Ғәле ағай. Был турала сәхифәһендә яҙма ла ҡалдырған: "Июль уртаһында улдарым менән, ғәҙәттәгесә, Башҡортостанға, Ишкилде ауылына бесәнгә ҡайттыҡ. Әммә быйыл урмандағы сабынлығыбыҙҙа үлән насар үҫкән. Эҫе йәй йәшеллеккә иркенләргә ирек бирмәгән. Шулай ҙа килеүен-килгәс, йола буйынса, шифалы еләк-емеш һәм үлән һалып, усаҡта шишмә һыуынан витаминлы тәмле сәй ҡайнатып эстек. Атайым, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең ҡайтыуыбыҙға шатланды. Оло йәштә булыуына ҡарам