2 августа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Дыуан һәм Мәсетле райондарына эш сәфәре барышында мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарында кәңәшмәләр үткәрҙе. Уларҙы капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһы һәм ”Һаулыҡ Һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Вице-премьер Мәсетле районының Ҡорғат ауылындағы, Дыуан районының Рухтин ауылындағы мәктәптә, Мәсәғүттәге Тимербай Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатындағы ремонт эштәре менән танышты. Артабан иһә лицей-интернат янында төҙөлгән балалар поликлиникаһы майҙанында кәңәшмә үткәрҙе. Көндөҙгө станционарлы медицина учреждениеһы сменаһына 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. ”Модернизацияланған балалар поликлиникаһын халыҡ күптән көтә. Уны төҙөүгә һәм йыһазландырыуға 1,2 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Медицина учреждениеһы Дыуан районы балаларына ғына түгел, ә республиканың тотош төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн иҫәпләнгән”, – тине Илшат Тажетдинов. Фото: pravitelstvorb.ru