Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әгәр енесеңде алмаштырам тиһәң...

Быйыл 24 июлдән алып, закон проекты көсөнә ингәндән һуң, енес алмаштырыу буйынса эшләнгән операцияларҙың барлыҡ белешмәләре лә юҡҡа сығарылды. Хәҙер Рәсәйҙә бындай енес алмаштырыуҙар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тыйылды һәм бөгөн инде ул үҙ көсөнә инде. Был осраҡта тыумыштан килгән аномалияларҙы, йәғни генетик һәм эндокрин ауырыуҙарҙы дауалау ғына рөхсәт ителә, унда ла ҡарарҙы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларҙың береһенең табиптар комиссияһы ҡабул итергә тейеш. Яңы закон шулай уҡ операция үткәрмәй генә енесен алмаштырғандарҙың дәүләт теркәүен тыя. Һуңғы осраҡта бындай ғаиләләр законлы рәүештә айырылышырға тейеш. Һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы аҫрауға алыу өсөн дәүләт тарафынан рөхсәт бирелмәйәсәк. Әлбиттә, дарыуҙар ярҙамында ла был традицион булмаған йүнәлешкә бирелеү бар яҡлап та тыйылды. 2023 йылдың 24 июленән енес алмаштырыу тураһындағы Рәсәй законы тулыһынса үҙ көсөнә инде, документ Хоҡуҡи акттар порталына баҫтырылды. Ниһайәт, милләт булараҡ, кеше булараҡ, Рәсәй Федерацияһының граждандары булараҡ, бындай түбән күренештәрҙән яҡлаулыбыҙ һәм азатбыҙ. Фотолар: шәхси архивтарҙан.