Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кинорежиссер вафат булған

82 йәшендә “Башҡортостан” киностудияһының экс-директоры, кинодокументалист, оператор һәм режиссер Михаил Новиков вафат булған. Уның яҙмышы бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле була. 1941 йылда Үзбәк ССР-ның Ташкент ҡалаһында хәрби офицер ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан уҡ фото эшләү менән ҡыҙыҡһына. С. Герасимов исемендәге ВГИК-ты тамамлағас, армияла ла кинооператор булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ инде Омск һәм Свердловск киностудияларында хеҙмәт итә. 1976 йылда шул уҡ киностудияның Өфө корпунктына үҙ хәбәрсе итеп ебәрелә. Шул ваҡыт ул яҙмышын ныҡлы бәйләй ҙә инде беҙҙең республика менән. 1998 йылдан - Кинематографистар, 2000 йылдан Фоторәссамдар союздары ағзаһы. 1993–1997 йылдарҙа “Башҡортостан” киностудияһының директоры була. Һуңғы егерме тиҫтә йылда инде ул Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса баш федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат бүлегендә эшләй. Үҙ ваҡытында уға Башҡортостан бик оҡшап ҡала, бөтә йөрәге менән ярата һәм шуға ла уның яҙмышын яҡшыртыуға, уны бөтә ил, донъя белһен өсөн

82 йәшендә “Башҡортостан” киностудияһының экс-директоры, кинодокументалист, оператор һәм режиссер Михаил Новиков вафат булған. Уның яҙмышы бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле була. 1941 йылда Үзбәк ССР-ның Ташкент ҡалаһында хәрби офицер ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан уҡ фото эшләү менән ҡыҙыҡһына. С. Герасимов исемендәге ВГИК-ты тамамлағас, армияла ла кинооператор булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ инде Омск һәм Свердловск киностудияларында хеҙмәт итә. 1976 йылда шул уҡ киностудияның Өфө корпунктына үҙ хәбәрсе итеп ебәрелә. Шул ваҡыт ул яҙмышын ныҡлы бәйләй ҙә инде беҙҙең республика менән. 1998 йылдан - Кинематографистар, 2000 йылдан Фоторәссамдар союздары ағзаһы. 1993–1997 йылдарҙа “Башҡортостан” киностудияһының директоры була. Һуңғы егерме тиҫтә йылда инде ул Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса баш федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат бүлегендә эшләй. Үҙ ваҡытында уға Башҡортостан бик оҡшап ҡала, бөтә йөрәге менән ярата һәм шуға ла уның яҙмышын яҡшыртыуға, уны бөтә ил, донъя белһен өсөн тырышып йәшәй. Үҙенең ижади эшмәкәрлек йылдарында Михаил Новиков 70-тән ашыу документаль фильм төшөрә. Йөҙәрләгән сюжет, картиналары “Советтар Союзы”, “Көн яңылығы”, “Совет Уралы”, “Рәсәйҙәр”, “Беҙҙең көн хроникаһы” кинжурналдарына инеп ҡала. Республика халҡы уны “Йомабай ҡурайы”, “Арҡайым”, “Республика көндәре”, күренекле балетмейстер Фәйзи Ғәскәров тураһында төшөрөлгән биш сериялы фильмдары арҡылы таный һәм хөрмәт итә. Яҙмышын халҡыбыҙҙың тарихына, традицияларына һәм киносәнғәтенә арнаған оҫтаның төшөргән кинокартиналары Башҡортостан кино йылъяҙмаһының сағыу битен тәшкил итә һәм республиканың рухи мәҙәниәтенең баһалап бөткөһөҙ байлығы булып тора. Фото: "Башинформ".