Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауылдағы табиптарға 1,5 миллион һум түләнә

Башҡортостандағы табиптарға 500 мең һумдан алып 1,5 миллион һумға тиклем аҡса түләнәсәк табиптар вакансиялары билдәләнгән. Был сумма бер тапҡыр биреләсәк. Фарман проектын Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән. Әле ул йәмәғәт килешеүе процедураһын үтә. Программаға ярашлы, ауыл ерендәге медицина ойошмаларына эшкә төшкән медицина хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр түләнгән аҡсаға эйә буласаҡ. Шулай итеп, халҡы 50 мең кешегә тиклем булған ауылда, ҡасабала һәм ҡалала эшләгән табиптар – бер миллион һум, фельдшерҙар 500 мең һум алыу хоҡуғына эйә. Йыраҡта урынлашҡан һәм барып етеүе ауыр булған урындарҙа эшләгән табиптарға иһә 1,5 миллион һум, фельдшерҙарға 750 мең һум түләү ҡаралған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фарманы проектына ярашлы, исемлектә 129 вакансия бар. Улар - табип-терапевтар, УЗИ табиптары, “Ашығыс медицина ярҙамы” табиптары, дерматовенерологтар, хирургтар, акушеры-гинекологтар, рентгенологтар, психиатрҙар, оториноларингологтар, стоматологтар, неврологтар, онкологтар, эндокринологтар һәм башҡа медицина белгестәре. Фото: “Башинформ”.