Ҡайнатма өсөн кәрәк: Ҡарбуз (йомшаҡ ере) – бер килограмм; Шәкәр – 800 грамм; Бер лимон һуты; Ванилин. Ҡарбуздың йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм төштәрен алып ташлайбыҙ. Шәкәр өҫтәп, ике-өс сәғәткә ситкә алып тороғоҙ. Аҙаҡ һутын ҡойоп алырға һәм унан сироп ҡайнатырға. Ҡарбузға әҙер сиропты өҫтәп, тағы ҡайнатырға. Уттан алабыҙ ҙа 8-10 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Бынан һуң йәнә ҡайнатабыҙ һәм тағы өс-биш сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Шунан һуң ғына ванилин, лимон һуты өҫтәп, өс-биш минут ҡайнатырға. Әҙер ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға һалабыҙ һәм тимер ҡапҡас ябабыҙ. Ул 3ыш көнө йомарт йәйҙең бер мөғжизәһендәй хуш еҫтәре менән табынығыҙҙы йәмләр! Фото: deireceptov.ru