Бөгөн, 2 августа, Шишмә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Турахандың мавзолейы биләмәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса эшсе төркөмдөң күсмә кәңәшмәһен үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музей проектын төбәк етәксеһе 2022 йылдың июлендә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим иткәйне. Яңы объект бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерә, улар иҫәбендә – Турахандың һәм Хөсәйенбәктең Алтын урҙа осорона ҡараған таш мавзолейҙары. Радий Хәбиров майҙаны 1,5 мең квадрат метрлыҡ визит-үҙәк төҙөлөшө менән танышты. Ул быйыл, 2023 йылда, эшләй башлай. Унда тарихи артефакттар мини-экспоцияһы, лекция амфитеатры, кафе һәм ҡарау майҙансығы урынлашасаҡ. 2023 йылдың август башына эшселәр бинаны һалыу өсөн майҙансыҡ әҙерләне һәм нигеҙ һала башланы. Радий Хәбиров буласаҡ визит-үҙәктең нигеҙенә символик тәңкә һалды. Һуңынан Башҡортостан Башлығы Турахан мавзолейы янында алып барылған ҡаҙыу эштәре биләмәһен ҡараны. Бында мосолман ҡәберлеге табылған. Радий Хәбиров ҡаҙыу урынында табылған артефакттар күргәҙмәһе менән танышты. - Евразия күсмә цивилизациялар музейы төп билдәләренә эйә була башланы. Ләкин беҙ әле үк кешеләргә Турахандың кәшәнәһен астыҡ. Халыҡ был тарихи объектҡа әүҙем йөрөй башланы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Оҙаҡламай визит-үҙәк майҙансығында ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы экспонаттар менән ысын музей эшләй башлаясаҡ. Бынан тыш, төбәк етәксеһе профилле министрлыҡ һәм ведомство, проект һәм туристик ойошмалар вәкилдәре менән музей комплексы янында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген төҙөү концепцияһын тикшерҙе. Евразия күсмә цивилизациялар музейы контурында йәнә ғаилә менән ял итеү өсөн туристик һәм рекреацион объекттар селтәрен булдырыу күҙ уңында тотола. Тикшереү йомғаҡтары буйынса республика Башлығы биләмәне кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеү варианттарын уйларға ҡушты. “Быйыл беҙ визит-үҙәкте асабыҙ һәм Турахан мавзолейына тиклем юл һалабыҙ. Артабанғы пландар тикшеренеү һөҙөмтәләренә бәйле буласаҡ. Беҙ йылдан ашыу ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләндек. Күреүегеҙсә, бында бик ҡыҙыҡлы археологик ҡаҙыуҙар үткәрелә, яңы асыштар асыла. Беҙ ҙур фәнни тикшеренеүҙәр тупһаһында торабыҙ, тип уйлайым”, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru