Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн беҙҙең кескәй милләттәшебеҙгә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк! Аҡназар Шамиевҡа һигеҙ йәш. Ул хроник миелолейкоздан Н.Н. Блохин исемендәге Онкология милли медицина тикшеренеү үҙәгендә дауалана. Әлеге ваҡытта Акназарға тиҙ арала гранулоциттар доноры талап ителә. Резус факторы мөһим түгел, III ҡан төркөмө ҡаны булған һәр кем уның ғүмерен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Был бигерәк тә Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә үтенес, сөнки ҡанды Мәскәүҙә бирергә кәрәк. Бөтә һорауҙар буйынса 8 917 473 65 72 ( Радик) йәки 8 905 000 64 46 (әсәһе Гөлнур) телефондарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Донорҙарға талаптар: 40 йәшкә тиклем кешеләр донор була ала; хроник ауырыуҙар, шул иҫәптән С гепатиты, ВИЧ-инфекция һәм сифилистың булмауы; 50 килограмдан ашыу ауырлыҡ, яҡшы веналар. Донорҙар үҙҙәре менән паспорт һәм медицина полисын алыуы мөһим. Н.Н. Блохин исемендәге Онкология милли медицина тикшеренеү үҙәгенең ҡан тапшырыу бүлеге телефоны түбәндәгесә: 7 (499) 324-62-37 (ҡан алыу бүлеге регистратураһы) Бәләкәс милләттәшебеҙҙең яҙмышына битараф булмайыҡ, ҡәҙерле дуҫтар! Фото: kkck.ru