Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте. 12.00 сәғәттә “Геройҙар уҙышы” ҡаршылыҡтар менән экстремаль йүгереү, интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары эшләне, күрһәтмә сығыштар булды. Сараға килеүселәр “Первушино” пилотаж төркөмө сығыштары, Башҡортостан Республикаһы Парашют спорты федерацияһының күрһәтмә сығыштарын ҡараны. Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө үҙенсәлекле шарттарҙа үтте тип әйтергә мөмкин, сөнки беренсе тапҡыр төрлө райондарҙан десантсылар командалары ҡаршылыҡтар арауығын үтеп, үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Сарала ҡатнашыусылар белдереүҙәренсә, уларға сара оҡшаған. Был хаҡта үҙҙәре лә “Башҡортостан” гәзите журналисына һөйләне. – “Геройҙар уҙышы”на Дүртөйлө районынан команда менән йыйылып килдек. Беҙ инде үткән йыл муниципаль райондар менән ярыштыҡ, әле десантсылар менән көс һынашабыҙ. Бер команданы уҙҙыҡ, һәйбәт йүгерҙек, беҙҙең егеттәр көслө. Арабыҙҙа десантсылар ҙа, муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Беҙгә был, дөрөҫөн әйткәнд