Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров совет хоккейсыһы, спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рафаил Ишмәтов менән осрашты. Ул 1970-1980 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһы өсөн сығыш яһай һәм спорт клубы тарихында иң яҡшы биш снайпер иҫәбенә инә. Рафаил Ғәзиз улы - төрлө ярыштарҙың, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләр еңеүсеһе һәм призёры. «Салауат Юлаев» командаһында һәм Рәсәйҙең башҡа клубтарында тренер вазифаларында эшләне. 2002-2004 йылдарҙа Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының баш тренеры булды. Данлыҡлы спорт педагогы белемен һәм тәжрибәһен йәш быуынға тапшырыуын дауам итә. 2006 йылдан ул Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университетында уҡыта. Шулай уҡ СКА клубындағы олимпия резервындағы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр мәктәбенең спорт директоры ла. 2 августа Рафаил Ғәзиз улы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Төбәк етәксеһе легендар хоккейсыны һәм остазды ошо айҡанлы ҡотлап, уны физкультура һәм спорт үҫешенә индергән ҙур өлөшө, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Фото: БР Башлығы сайтынан.
Радий Хәбиров данлыҡлы хоккейсыға һәм тренерға орден тапшырҙы
2 августа 20232 авг 2023
~1 мин