Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлай Асҡаров таланттарҙы үҙенең проектына саҡыра

Хәйбулла районында йәшәгән билдәле музыкант Юлай Асҡаров “Һәүәҫкәр” тип аталған яңы проект асҡан. “Йыр-моң һөйөүсе дуҫтар! Яңы проект асам, исемен "Һәүәҫкәр" тип атайым. Бер ҡасан да сәхнәгә сыҡмаған, әммә эсе тулы моң булған, йырлаған һәм йырлап ишетелергә теләгән кешеләрҙе ҡатнашырға саҡырам! Ҡатнашырға теләүселәр миңә шәхсән яҙығыҙ, минусовка, тауышығыҙҙы өй студияһында яҙҙырып төркөмгә һалып барам”, - тип яҙҙы ул. Юлай Асҡаровтың яңы проектына Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән һәүәҫкәрҙәр бик әүҙем ҡушыла башланы. Һеҙҙең арала “бер ҡасан да сәхнәгә сыҡмаған, әммә эсе тулы моң булған” таланттар бармы? Булһа, рәхим итеп, ҡушылығыҙ! Һеҙҙең иғтибарға проекттың беренсе ҡатнашыусыһы – Аҡъяр егете Килдейәр Ураҡовтың (фотола) аудиояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Баһаларҙы комментарий итеп яҙабыҙ. Фото һәм аудиояҙма: vk.com/public221830266