Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бесән умер, приезжай!

Ауылда бер оло ғына йәштәге ир сабынлыҡтағы бесәнен тотошлайы менән сабып һалған, әммә йыйып алырға ярҙамға кеше таба алмай икән, сөнки йәйге осорҙа һәр кем иң әүәл, көн торғанда үҙенекен әүеш-теүеш итеп ҡалырға ашыға. Көн килеп тороп эҫе ти, бесән ҡурап бара. Аптыранған ир һуңғы сиктә почта аша ситтә эшләп йөрөгән улына телеграмма һуҡҡан: “Срочно приезжай, бесән умер!”Улы телеграмманы тотоп начальнигына ингән. Тегеһе уҡыған да былай тип һорай икән:- Бесан тебе кем приходится?- Близкий родственник!- Очень?- Ближе не бывает!Начальник ни хәл итһен, ебәрмәй хәле юҡ, ризалығын сыймаҡлағандан һуң егеткә шикләнеңкерәп ҡарап өҫтәгән:- Странные у вас, у башкир имена! Бына шулай һәр ерҙә лә башҡорттар юғалып ҡалмаған... Фото: ysia.ru