Найти тему
Башҡортостан гәзите

Машина һәм миллион һум аҡса бирелә!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале 11 августан 13 авгусҡа тиклем үтәсәк. Кисә Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының күсмә ултырышы үтте. Ул Граф күле буйында уҙҙы. Күсмә кәңәшмәлә БР Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, премьер-министр урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм фестивалде ойоштороу комитетына ингән төрлө ведомство етәкселәре ҡатнашты. Улар һабантуй урынында эшләнгән эштәрҙе ҡараны, юл, электр уты үткәреү, һыу һ.б. мәсьәләләр күтәрелде. Урал Килсенбаев журналистарға биргән интервьюһында былай тине: - Фестивалдең географияһы киңәйә, унда ҡатнашыусылар ҙа күбәйә бара. Башҡорт атының ни тиклем сыҙам һәм ауыл хужалығы өсөн кәрәкле тоҡом икәнлеге билдәле. Киләсәктә беҙ был фестивалгә илебеҙҙең төрлө төбәгенән генә түгел, ә сит ил туристарын да көтәбеҙ. Урал Таһир улы фестивалдә “Ауҙарыш”, “Ылаҡ”, “Тай-тулаҡ” кеүек милли уйындар үтәсәген дә белдерҙе. Әйткәндәй, ат сабышында еңеүсене – еңел автомобиль, ә “Ылаҡ”та еңеүселәрҙе миллион һум аҡсалата приз көтә. Бынан тыш, фестивалдә бай мәҙәни программа һәм эшлекле һөйләшеүҙәр ҙә алып барыласаҡ. Текст сығанағы һәм фото: Гүзәл Сәлихова.