Киләһе шәмбелә, 12 августа, Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районына төбәктең төрлө мөйөштәренән иң яҡшы оҫталар йыйыласаҡ. 17-се республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале сиктәрендә уҙғарыла һәм милли эсемлеккә, уны популярлаштырыуға арнала. Иң яҡшылары Баймаҡ районының Граф күле буйындағы «Ҡымыҙфест» майҙансығында асыҡланасаҡ. Конкурс бер нисә этаптан тора. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. 15 минут дауамында улар 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш. Икенсе этапта жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның органолептик сифаттарын баһалай. Сара сиктәрендә шулай уҡ конкурс ҡатнашыусылары менән түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған, унда ҡымыҙ етештереү һәм һатыуҙың мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Оригиналь продукцияны биҙәү», «Иң йәш ижади ҡатнашыусы», «Йәше буйынса өлкән һәм ҡымыҙ бешеү буйынса ҙур эш стажына эйә булған», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинация
"Башҡорт аты"нда иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы үтә
2 августа 20232 авг 2023
1 мин