Ҡунаҡтарҙан Өфө һәм республикабыҙ тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙарын һораныҡ. Улар менән судьялар һәм тренерҙар ярҙамында һөйләшә алдым. Наталья Третьякова, Тамбов: - Өфө - яҡшы, иркен ҡала. Уның буйлап йөрөнөк. “Ләлә-Тюльпан” мәсете оҡшаны. Ҡалала парктарҙың күп булыуы яҡшы. Кешеләр ҙә һәйбәт. Тағы беҙ тәмле башҡорт балын һатып алдыҡ. Урманы, велосипед һуҡмаҡтары һәм барыһы ла кешеләр өсөн эшләнгән ҙур ҡала. Тағы бер тапҡыр килге килә! Марина Исламова, Екатеринбург: - Башҡортостан — минең тыуған яғым. Әсәйем Үрге Йәркәйҙә йәшәй. Бында күп төҙөлөш алып барылыуы, яҡшы кешеләр,матур парктар, шәп юлдар оҡшай! Тағы был бит минең Тыуған илем! Виктория Ширявскова, Тольятти: - Өфө - матур ҡала. Тыуған яғым Ҡаҙағстанға оҡшаш, кешеләр ҙә оҡшаған. Дөрөҫ, юлдар ғына ҡайтышыраҡ. Сәксәк ныҡ оҡшаны, ниндәйҙер мөғжизә ул! Ҡайҙа ғына булманым, Өфө - иң яҡшы ун ҡала араһында! Әммә әле үҫәһе лә бар. Георгий Андреевич Загребин, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физкультура һә