Бөгөн Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы "Патриот" хәрби-патриотик паркында республиканың төрлө райондарынан десантсылар командалары көс һынаша. Ҡатнашыусылар араһында Архангел районының Абҙан ауыл биләмәһе башлығы Айнур Хәсәнов та бар. Ул сарала ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. - Беҙ алты кешенән торған команда менән сығыш яһаныҡ. Трасса ауыр, түҙемлеккә, сабырлыҡҡа һынау, физик әҙерлек кимәлен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Бер-береңә ярҙам итеп килеп сығаһың. Бындай сара ойошторолоуына шатбыҙ, сөнки бер кем дә ҡала буйлап йә фонтан эргәһендә йөрөмәй, ә ҡаршылыҡтарҙа үҙен һынап ҡарай. Хеҙмәт - тормош мәктәбе. Илһөйәрлекте, яуаплылыҡты тәрбиәләй. Беҙҙең Башҡортостанда илһөйәрҙәр күп. Минең ауылдан ғына 22 ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша, улар араһында контрактсылар ҙа бар. Район халҡы уларға ай һайын гуманитар ярҙам оҙатып тора, - тине Айнур Хәсәнов. Автор фотоһы.