“Етештереүсәнлек 360” тигән бишенсе федераль форумда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект “Производительность труда”) мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу буйынса алдынғы төбәктәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан милли проектты яҡтыртыу һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр исемлегенә инде, тип хәбәр иә Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлы. - Дәүләт бизнесҡа ярҙам итеү маҡсатында программалар булдыра һәм бының адресаттарға барып етеүе мөһим. Был награда - төбәктең компетенциялар үҙәге командаһының, матбуғат хеҙмәттәренең һәм республиканың киң мәғлүмәт сараларының берлектәге хеҙмәте, -тине төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Милли проектты яҡтыртыу баһаһы шарттары буйынса Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән Федераль компетенциялар үҙәге рейтингында илдең иң әүҙем субъекттары төркөмөнә инә. Рейтинг төҙөгәндә эксперттар төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ радио, телевидение