Найти в Дзене

Хөрмәтулла Үтәшев ҡомалаҡты ҡасан йыйырға белә

Сығышы менән Хәйбулла районынан булған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең Бәйләнештә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Таштуғайҡай буйы. Тыуған яғым ҡомалағын йыйҙым” тигән яҙма менән бүлеште. Ҡыҙыҡһынып, үҙенә һорау менән мөрәжәғәт иттек. “Таштуғайға ҡунаҡҡа атай нигеҙен һаҡлап донья көткән бер туған ҡустым Хөсәйен һәм Маһинур килендәргә ҡайтам. Килен телде йоторлоҡ тәмле итеп икмәк бешерә. Уның әсеткене ҡомалаҡтан әҙерләп ҡабартып бешергәнен белгәнгә күрә, бер файҙам тейһен әле, тип бала саҡта әсәйемдең ҡушыуы буйынса йыш йөрөгән Алабыртҡан буйынан ҡомалаҡ алып ҡайтып Маһинур киленгә тапшырҙым” – тип бүлеште актер. “Уның һабағы һәм үҙе һарғая башлай. Ныҡ өлгөрһә, йыйыуы ҡыйын. Тейеү менән ергә ҡойола. Шуға сейле- бешле мәлдә йыйыу еңел”, – тип ҡомалаҡ йыйыу серҙәре менән дә уртаҡлашты. Ә һеҙ ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы? Фото: vk.com/utyashev59