Әбйәлил районы республикала күлдәре менән дан тота. Элек-электән Мулдаҡкүлгә (халыҡ телендә - Тоҙлокүл) халыҡ дауаланырға йөрөгән. Уның шифалы тоҙло һыуы, күл янындағы батҡағы быуындар һыҙлауына килешкән. Хәтеремдә, мин бәләкәй саҡта ла әсәйемдәр йәй көнө арбаға тейәлешеп, самауыр-ҡаҙандарын алып Тоҙлокүлгә барыр ине. Ирәндек аръяғында йәшәгән туғандарыбыҙ беҙҙә туҡтап, улар ҙа бағынырға Әбйәлилдең күлдәренә йөрөр ине. Бөгөн дә Мулдаҡкүлдән халыҡ өҙөлмәй: кемдер дауа-сихәт эҙләп барһа, икенселәре һыу инә. Әммә йылдан-йыл күлде ләм баҫып барыуы, яр буйҙарын аҡсарлаҡтарҙың төйәк итеүе, күрше Магнитогорск ҡалаһынан эттәрен йөрөтөргә алып килеүҙәре, уларҙан ҡалған сүп-ҡыйҙарының тулып ятыуы күңелде төшөрә. Хәҙер хатта һәүкәштәр ҙә Тоҙлокүлгә "дауаланырға" төшә икән! Тиҙҙән шифаһы менән дан алған Мулдаҡкүлдән ни ҡалыр?!