Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе секретары Риф Йосопов етәкселегендә райондың әүҙемселәре махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеп, кәрәк-яраҡ алып барҙы. "Ватанды һаҡлаусыларыбыҙ менән хәрби сик һыҙығынан алыҫ булмаған урында осраштыҡ. Ярҙамды яугирҙәргә алып барып еткерҙек. Улар һораған әйберҙе тапшырҙыҡ. Иң мөһиме – мин уларҙы һау-сәләмәт килеш күреп тынысландым. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла яҡшы булыуына инандым. Яугирҙәр әйтеүенсә, кейем-һалым һәм туҡланыу, көнкүреште ойоштороуға бәйле мәсьәләләр юҡ. Яугирҙәргә һүҙ, йыр ярҙамын күрһәтергә тырыштыҡ. Минеңсә, беҙҙең уйлағаныбыҙ килеп сыҡты. Ышанам, яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлыҡ рухы көслө һәм уларҙы һындырыу мөмкин түгел. Бөйөк полководец Александр Суворовтың һүҙҙәре иҫемә төштө: “Музыка армияны икеләтә, өсләтә арттыра. Байраҡтарҙы йәйеп, көслө музыка менән Измаилды алдым”. Йырҙарыбыҙ, доғаларыбыҙ һеҙҙе Еңеүгә илһамландырһын, иҫән-һау алып ҡайтһын”, – тип фекерен уртаҡлашты Риф Йосопов. Фото: bashkortostan.er.ru