Ауылда эш юҡ, тип ҡайғырмай, киреһенсә, юҡты бар итеп йәшәүселәр һоҡландыра. Шундай уңған хужабикәләрҙең береһе Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәй. Әлиә Йәғәфәрова һөт ризыҡтары эшләп һата. Уның яңы ғына бешкән майҙары, ҡыҙыл эремсектәре, ҡорот һәм сыры һәр ерҙә ҙур һорау менән файҙалана. 16 йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан Әлиәгә ҡәйнәһе бар яҡлап ярҙам итә, аш-һыу серҙәрен өйрәтә. "20 йыл тирәһе ҡайным-ҡәйнәм менән йәшәнек. Ҡәйнәм мәрхүмә үҙ әсәмдәй яҡын булды. Күп аш-һыуҙы унан өйрәндем", – ти ул. Әлиә менән Зариф Йәғәфәровтар үҙҙәре һалып сыҡҡан күркәм йортта йәшәй, алты бала тәрбиәләйҙәр. Һеңлеһе вафат булғас, уның да өс балаһын үҙҙәренә ала. Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр тигәндәй, уңған һәм бар яҡлап егәрле Әлиә Ғайса ҡыҙы һөттөң бер тамсыһын да әрәм итмәй, бынамын тигән тәмле һәм сифатлы ризыҡтар әҙерләй. Фото: Әлиә Йәғәфәрова сәхифәһенән.