Иглин районы халҡынан ялыуҙар килеү сәбәпле, Башҡортостандың Экология министрлығы Иглин районында ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса хәлгә асыҡлыҡ индерә. Был районда ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы подрядсы “ЭкоТранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте көсө менән башҡара. “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгө көндә “ЭкоТранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте контракт йөкләмәләрен үтәүгә намыҫлы ҡарамауы арҡаһында ташыусы менән килешеү мөнәсәбәттәрен өҙөү тураһында һорау ҡарала. Шул уҡ ваҡытта районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы транспортлау буйынса яңы оператор һайлау өсөн аукцион документацияһы әҙерләнә. Ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса хәлде тотороҡлау маҡсатында районға “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһының биш махсус техникаһы йәлеп ителгән. Сүп-сарҙы ташыуға махсус автомобилдәрҙе арендалау буйынса эштәр алып барыла. фото: Башинформ.