Дегәнәк япрағы һуты бик күп ауырыуҙарҙан дауа. Бигерәк тә кистаны бөтөрөүҙә файҙалы. Дегәнәк— халыҡта төрлө шештәрҙе һурыусы үҫемлек булып киң таралған. Миома, фибриома кеүек шештәрҙе лә бөтөрөү үҙенсәлегенә эйә. Шулай уҡ организмдағы матдәләр алмашыныуҙы ла көйләй; ашҡаҙан-эсәк буйын да дауалай; ҡанды таҙарта. Дауаланыу өсөн дегәнәктең йәш япраҡтарын (һут эшләү өсөн япраҡтарҙы яҙҙан — август айына тиклем һут йыйырға була) йыйып алып йыуырға, ит турағыс аша үткәреп һутын һығып алырға, һутты быяла һауытҡа ҡойоп һыуытҡыста һаҡларға. Схема буйынса ҡалдырмай ғына эсергә. - 1-се һәм 2-се көн —бер балғалаҡ көнөнә ике тапҡыр; - 3-сө, 4-се һәм башҡа көндәрҙә көндәрҙә —бер аш ҡалағы һутты көнөнә өс тапҡыр итеп эсергә. Дауаланыу курсы бер ай дауам итә. Әгәр ҙә шеш тулыһынса ҡайтмай икән, бер ай ял итергә лә дауаланыуҙы дауам итергә була. Дауаланыуҙы ошондай өс курсҡа һуҙырға мөмкин. Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшеү бик мөһим. Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.