Килешеүгә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Өфө сәнәғәт технологиялары колледжы һәм Өфө «Восход» икмәк бешереү берекмәһе араһында ҡул ҡуйылды. Башҡортостан — «Профессионалитет» федераль проектының әүҙем ҡатнашыусыһы. Рәсәй Мәғариф министрлығы республиканың 14 ғаризаһын хупланы. Әлеге ваҡытта беҙҙең төбәк Рәсәй Федерацияһында хупланған ғаризалар һаны буйынса 1-се урынды биләй (Ырымбур өлкәһе менән бер рәттән). Һәр ғариза ҙур федераль фонд булып тора — 60-тан алып 100 миллион һумға тиклем аҡса бүлеү ҡаралған. «Туризм өлкәһе — республиканың иң йылдам үҫешеүсе йүнәлештәренең береһе. Быйыл республикала туризм өлкәһенә булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү өсөн бүленгән бюджет аҡсаһының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итә, тип белдерҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Илнур Тактаев. Әйткәндәй, 2023 йылдың тәүге биш айында республикала туристар ағымы 30 процентҡа артҡан һәм яҡынса 862 мең кеше тәшк
Башҡортостанда туризм һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә кластер булдырыласаҡ
1 августа 20231 авг 2023
2 мин