Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәр кем уңайлы йәшәүгә хоҡуҡлы

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостандағы ойошмаһына биш йыл тулды. Юбилей датаһы уңайынан тантаналы саралар 1 августа “Торатау” конгресс-холында үтте. Байрам ҡунаҡтарын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты соцаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Ирек Иманғәлин, Рәсәйҙең инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов һәм башҡалар тәбрикләне. Бөгөн республиканың 57 ҡала һәм районында ойошманың вәкилдәре бар, уның составына 19 мең кеше инә. Йыл һайын инвалидлығы булған кешеләр берләшмәһе спорттың бер нисә төрө буйынса республика спартакиадаһын, турслеттар, ижади фестивалдәр, интеллектуаль уйындар, уҡытыу семинарҙары уҙғара. - Беҙ эшләгән йылдар – инвалидлығы булғандарға ярҙам ғына түгел, һәр кем өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Инвалидлығы булған кешенең дә уҡырға, эшләргә, ғаилә ҡорорға, тормошта үҙ урынын табырға мөмкинлеге булыуын теләйбеҙ, - тине ойошма етәксеһе Олег Ротов. Был сара Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында уҙғарыла.