Был ҡот осҡос хәл тураһында кисә билдәле булды. Силәбе өлкәһенең Смолино ҡасабаһында ир кеше 14 йыл буйы урлаған ҡатынды ҡоллоҡта тотҡан. Владимир исемле ир Екатеринаны 2009 йылда урлаған, ул саҡта ҡыҙға 19 йәш булған. Әле иһә 33 тулған. Екатерина менән Владимир Силәбе ҡалаһындағы тимер юлы вокзалында танышҡан. Урлаусыға ул саҡта 37 йәш булған. Екатерина етем булған һәм балалар йортонда апаһы менән үҫкән. Владимир менән танышҡас, ул уны эсергә тип шәхси йортона саҡырған. Ә унда барғас, бысаҡ менән янап, уның урланыуы тураһында хәбәр иткән. Бынан һуң ҡыҙҙы өйөндәге айырым бүлмәгә япҡан. Ул ҡасмаһын өсөн тәҙрәгә тимер рәшәткәләр ҡуйған, сығып киткән саҡта ишекте йоҙаҡлаған. Даими рәүештә уны көсләгән. Шуныһы аптырата, Владимир йортта бер үҙе генә йәшәмәгән, уның әсәһе лә бар. Ҡатын барыһын да белгән, тик өндәшмәгән. Ул иртән өйөнән сығып киткән һәм кистәрен генә ҡайтҡан. Һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булған. Ә бына улы кешеләр менән бик аралашмаған, күршеләре уны әллә ни күрмәгән дә. Шулай уҡ күрше йорттағы хәлде белеүсе булмаған. Екатеринаға ҡасырға бәхетле осраҡ ҡына ярҙам иткән. Бер көндө ир ныҡ ҡына итеп эскән һәм үҙен артыҡ агрессив тота башлаған. Аптырағас, әсәһе “ашығыс ярҙам” табиптарын саҡыртҡан. Улар ирҙе дауаханаға алып киткән, ә Владимир ишекте бикләргә онотҡан. Йортта бер үҙе ҡалған Екатерина ҡаса алған. Ул шунда уҡ үҙенең апаһын эҙләп тапҡан һәм ул был хәл тураһында полицияға хәбәр иткән. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ирҙең психик сирҙәре лә булған. Әле уны психиатрия дауаханаһына урынлаштырғандар. Ирҙе ҡораллы кешеләр һаҡлай. Әйткәндәй, Екатерина Владимирҙың берҙән-бер ҡорбаны түгел. Баҡһаң, ул тағы бер ҡатынды урлаған. Ҡатындар бер-береһен белмәгән, тик бер осорҙа бергә йәшәгән. 2010-2011 йылдар тирәһендә Владимир нимәгәлер асыуланып, ул ҡатынды бысаҡ менән сәнсеп үлтергән һәм баҡсаһына күмеп ҡуйған. Тәфтишселәр ул ҡатындың һөйәктәрен ысынлап та тапҡан. Әле ирҙе башҡа ошоноң ише енәйәттәргә ҡағылышы булыу-булмауын тикшерәләр. Әгәр ирҙең психик яҡтан сирле икәнлеге раҫланһа, ул төрмәнән ҡасасаҡ һәм мәжбүри дауаланыуға дусар ителәсәк. Фото: Телеграм.