Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күҙәтеүсе тауыш биреү серен боҙорға тейеш түгел

2023 йылдың 10 сентябрендә һайлау участкаларында эшләйәсәк күҙәтеүселәр өсөн уларҙың хоҡуҡтары һәм эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында иҫтәлек әҙерләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күҙәтеүселәр тауыш биреү көндәрендә тауыш биреүҙең бөтә формаларын килтергәндә, шулай уҡ һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләгәндә, һайлау комиссияһы протоколын төҙөгәндә һәм уны юғары комиссияға тапшырғанда ҡатнашырға хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта күҙәтеүсегә тыйыла: - һайлау бюллетендәрен биреү; - һайлаусы өсөн бюллетень алыуҙа ҡултамға ҡуйырға, шулай уҡ уны тултырырға; - тауыш биреү серен боҙоу; - тауыштарҙы иҫәпләүҙә ҡатнашыу; - комиссия эшенә ҡамасаулау; - агитация үткәреү; - комиссия ҡарарҙарын ҡабул итеүҙә ҡатнашыу. Күҙәтеү урыны участка һайлау комиссияһы ҡарары менән билдәләнә. Шуныһы мөһим: һайлау көнөнөң һәр этабында комиссияның эшмәкәрлеген тикшерергә күҙәтеүсегә һайлау комиссияһы рәйесенең иғландары ярҙам итәсәк. Материал менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://www.rcoit.ru/upload/iblock/615/9hvs5klkjb8dai.. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom #ЕДГ2023