Ошо көндәрҙә Миәкә районының Әбеш ауылында бик матур никах туйы уҙғарылған. Ошо ауылдың һылыуы Фаягөл Хажиева менән Әлшәй районы Балғажы ауылы егете Рөстәм Шәфиев үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамын башҡорт милли йолалары буйынса ойошторған. Фаягөлгә бәйләнешкә сығып, бындай матур байрамдың ойошторолоу тарихы тураһында һөйләүҙе үтендем. – Идея минеке ине. Рөстәм менән алдан, никахтағы кейемебеҙ бер-береһенә килешһен, тип һөйләшеп йөрөй инек. "Стандарт" никах күлдәге кейге килмәне, бөтәһе лә бер төрлө һымаҡ.Шунан һуң үҙемде башҡорт милли кейемендәге образда күҙ алдына килтерә башланым, Рөстәм дә ҡаршы булманы. Әсәйем: "Икебеҙ бер төрлө уйлағанбыҙ икән, мин дә һеҙгә шуны әйтәм тип йөрөгәйнем", – тип ныҡ шатланды. Унан инде никахты тулыһынса башҡортса яһарға булдыҡ, һәм туғандарҙың, ҡунаҡтарҙың башҡорт кейемендә килеүен үтендек. Халҡыбыҙ йолаларын үткәреү, йортобоҙҙа тирмә ҡуйыу, мәсеткә ҡыҙҙы яулыҡ менән ҡаплап алып барыу әсәйемдең идеяһы булды. Әйткәндәй, ауылыбыҙ мәсетендә муллабыҙ беренсе