Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Благовещен районында OZON логистик комплексын төҙөүгә тәүге ташты һалыуҙа ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл март айында «Ромекс Групп» компанияһы проектын “Инвестсәғәт”тә хуплағайнылар. Буласаҡ объект өсөн 24,6 гектар майҙанда ер участкаһы ҡуртымға бирелде. Төбәк етәксеһе һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн инвесторҙарға рәхмәт әйтте, төҙөлөш эштәренең уңышлы тамамланыуын теләне. - Интернет-сауҙа йылдан–йыл үҫешә бара. «Ромекс Групп» компанияһының республикабыҙға инеүе һәм инвестициялауы беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс. Яңы логистик комплекс OZON өсөн эшләйәсәк. Был Рәсәйҙең алдынғы компанияларының береһе, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы Радий Хәбиров, «Ромекс» компанияһы төркөмдәре президенты Алексей Прокопенко һәм OZON-дың идарасы директоры урынбаҫары Владимир Гончаревич тәүге ташҡа үҙәк төҙөлә башланыуы яҙылған иҫтәлекле табличканы ҡуйҙы. - Инвестпроекттар менән ябайлаштырылмаған эш тәртибе булмаһа, төбәктең яңы башланғысҡа ярҙамы тойолмаһа ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлөштө башлау ҡатмарлы булыр ине. Бының өсөн республикаға айырым рәхмәт, - тине Владимир Гончаревич. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.