Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре ярҙам тойһон өсөн

1 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса ведосмтво-ара комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова рәйеслегендә уҙғарылған был сараның көн тәртибенә республикалағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының эшмәкәрлеге, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дарыу менән тәьмин итеү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар тикшерелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының береһе - уларҙың балаларын урта һөнәри белем биреүҙең төп һөнәри белем программалары буйынса уҡытыуға сертификат менән тәьмин итеү. Бөгөнгө көнгә 130 сертификат бирелгән, - тине Лира Иғтисамова. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина филиал асылғандан алып 200-ләп сара уҙғарылыуы һәм хеҙмәттәшлек тураһында 37 килешеү төҙөлөүе тураһында әйтте. Махсус хәрби операцияла ҡатншашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә медицина ярҙамы мәсьәләһе буйынса Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға медицина ярҙамы күрһәтеү буйыса саралар күрелеүен әйтте. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.