Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алғы һыҙыҡтан сәләм еткерҙе

1 августа Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугиренең ғаиләһе менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала төбәк етәксеһе подразделение булған урынға барып, ундағы хәрбиҙәр менән аралашып, ҡаһарманлыҡтары өсөн наградалар тапшырғайны. Аралашыу ваҡытында Радий Хәбиров яҡташтарының үтенесен тыңланы һәм уларҙың туғандарын, яҡындарн барып күрергә вәғәҙә бирҙе. Яугирҙең ата-әсәһе, ҡатыны һәм балалары менән осрашыу мәлендә төбәк етәксеһе хәрби-шайморатовсынан сәләм еткерҙе. - Уға туғандарын күрергә вәғәҙә биргәйнем. Шуға ла бөгөн мин бында. Алғы һыҙыҡтан ҙур сәләм еткерәм. Һеҙҙең улығыҙҙың һәм ирегеҙҙең барыһы ла яҡшы, батальонда уны бик хөрмәт итәләр. Мин уға Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙым, - тине Радий Хәбиров. – Үҙем дә улар өсөн борсолам. Биш ай дауамында һуғыш эсендә булдылар, әле уларға бер аҙ ял бирҙеләр. Башҡортостан Башлығы ғаиләнең хәл итәһе мәсьәләләре булыуы-булмауы менән ҡыҙыҡһынды, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына, ғаиләләренә республиканың ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.