Найти тему
Башҡортостан гәзите

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

1 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координацион кәңәшмәнең ултырышын уҙғарҙы. Унда милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тәртип боҙоуҙарға ҡаршы тороу буйынса саралар хаҡында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, профиль министрлыҡтар һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты. - Милли проект сиктәрендә беҙҙә 47 төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Дөйөм алғанда беҙ улар буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә ышанабыҙ. Ҡайҙа уңышһыҙлаҡтар бар, быға ҡарата Хөкүмәт сараһын күрһен ине, - тине Радий Хәбиров. Шуны билдәләү мөһим, 2023 йылда барлығы төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 38,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 23,9 миллиард һум федераль ҡаҙнанан. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.