Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Благовещен икмәге" нисек йәшәй?

Бөгөн Благовещен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Благовещен икмәге” предприятиеһында булды. Был - муниципалитет биләмәһендәге иң ҙур аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең береһе. 2003 йылда нигеҙ һалынған икмәк заводы кулинар, кондитер һәм икмәк-ҡалас ризыҡтарының киң ассортиментын сығара. Уларҙы 18 фирма сауҙа нөктәһенә, шул иҫәптән Өфөгә һәм күрше райондарға, шулай уҡ балалар мәғариф учреждениеларына ебәрәләр. Башҡортостан Башлығы келәт һәм етештереү бүлмәләрен ҡараны, продукция әҙерләү технологияһы һәм уның ассортименты менән танышты. Радий Хәбиров шулай уҡ компания етәкселеге менән аралашты һәм артабанғы үҫеш пландарын тикшерҙе. Предприятиены ойоштороусы Владимир Когай, производствола бөтәһе 184 белгес эшләй, тип һөйләне. Коллектив тәүлегенә 12 тоннаға тиклем 140 төр продукция әҙерләй. Уны алып барыу өсөн 40 машинанан торған үҙ автопаркы бар. Водителдәрҙе һәм ярҙамсы персоналды иҫәпкә алғанда, хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны 250 кешегә етә. Уларҙың бер өлөшө предприятиеның дөйөм ятағында йәшәй. “Благовещен икмәге” – “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанты, шулай уҡ Бөтә Рәсәй сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса акселераторҙа ҡатнашыусы. Предприятиела даими рәүештә балалар һәм өлкәндәр өсөн экскурсиялар үткәрелә, унда заманса икмәк-ҡалас производствоһының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйҙәр. Мәҫәлән, былтыр бында 800-ҙән ашыу кеше килгән. Икмәк заводы Благовещен районының төрлө социаль проекттарында әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, предприятиела бер нисә инвестиция проекты бойомға ашырыла. “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе майҙансығында баранка, сушка, бублик һәм крафт икмәге етештереү буйынса яңы цех төҙөүгә 20 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Ә былтыр “Благовещен икмәге” Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында юл буйы кафеһын төҙөй башланы. Уны 2023 йылдың аҙағына тиклем асырға ниәтләйҙәр. – Был - беҙҙең өсөн яңы йүнәлеш. Шуныһы мөһим: бөгөн бындай объекттар республика яғынан ярҙам ала. Шуға күрә беҙ бизнесты диверсификациялау яҡлы, – тине Владимир Когай. Производство киңәйтелеп, яңы проекттар эшләй башлаһа, белгестәр йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Илдә, республикала хеҙмәт ресурстары өсөн конкурентлы көрәш көсәйтелә, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә халыҡҡа уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу, лайыҡлы эш хаҡын һәм социаль гарантияларҙы тәьмин итеү мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.