Бөгөн Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһында булды. Ул Потеха йылғаһындағы гидротехник ҡоролманың капиталь ремонт барышы менән танышты. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Завгородний әйтеүенсә, эштәр 2023 йылдың 1 ноябренә тиклем тамамланасаҡ. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Благовещен ҡалаһының тарихи үҙәген төҙөкләндереү эштәре менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Совет урамын үҙгәртеп ҡороу концепцияһы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәте етәкселеге менән Благовещендың социаль инфраструктураһын артабан үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Фото: glavarb.ru