Йәйҙең һуңғы айына ла аяҡ баҫтыҡ. Көндәр йылы, ҡайһы берҙә хатта эҫе торһа ла, тирә-йүндә көҙ һулышы һиҙелә башлай. Бигерәк тә кистәрен һәм иртәнге сәғәттәрҙә еләҫ, һалҡынса һауа көҙҙөң тәүге сәләмдәрен илтә кеүек. Халҡыбыҙ августы “урағай” тип атай. Был айға ниндәй һынамыштар бар икән? Августың беренсе аҙнаһында тотороҡло һауа торошо һаҡланһа, ҡыш оҙон һәм ҡарлы булыр. Томан оҙаҡ таралмай торһа - аяҙ көнгә. Август ямғырһыҙ килһә, көҙ йылы һәм ҡоро булыр. Августа бәҫ төшһә, иртә ҡышҡа ишара. Августа йәшен йыш булһа, көҙ оҙаҡ булыр. Ҡайында һары япраҡ күренһә, көҙ иртә килер. Йылы, ямғырлы август – бәшмәк муллығына. Августа торналар туплана башлаһа, ҡыш иртә килер Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр. Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр. 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр. Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр. 16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа. 19 август ҡоро булһа, көҙ ҙә ҡоро тора, дымлы булһа – ямғырлы көҙгә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа. Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған). 21 авгусҡа ҡарап, ғинуарҙың холҡон фаразлап була. 31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр. Фото: zvezda-gafuri.ru