Бөгөн иртәнге 06.30 сәғәттә Дүртөйлө районында фажиғәле хәл теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө – Нефтекама юлының 16-сы километрында Баҡалы районынан 34 йәшлек ир “Лада Калина” автомобилендә хәрәкәт иткәндә юлға ҡапыл килеп сыҡҡан мышыға бәрелә һәм ситкә сығып, ағасҡа төкөлә. Водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк йән биргән. Хайуан да үлгән. 31 июлдә иһә республика юлдарында ике кеше һәләк булған. Иртә таңда Ҡалтасы районында Әмзебаш ауылында Нефтекама ҡалаһынан 25 йәшлек егет "Альфа" мотоциклында юлдан ситкә сығып ауа. Башына каска кеймәгән булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ул Нефтекама дауаханаһының реанимация бүлегендә йән бирә. Көндөҙ Балтас районының Иҫке Балтас – Асҡын автомобиль юлының өсөнсө километрында Свердловск өлкәһенән 74 йәшлек ир "Лада Гранта" автомобилендә оҙайлы боролошта ҡаршы килгән "Лада Ларгус" менән бәрелешә, һуңынан юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә "Гранта" водителе алған йәрәхәттәренән вафат булған, уның 74 йәшлек ҡатыны медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң ҡайтарылған. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, шул саҡта ғына тәғәйен урынға барып етерһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ғүмер бер бирелә. @bash_gibdd