Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Салауатта эштәр тамамланған

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының биш урамында эштәр тамамланған. Подрядсы ойошмалар Беренсе май, Пархоменко, Матросов, Төҙөүселәр һәм Островский урамдарында ремонт яһаған. Юл эштәре дөйөм оҙонлоғо биш километр тәшкил иткән һигеҙ участкала башҡарылған. Бында яңы асфальт япмаһы түшәлде, йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынды, горизонталь һыҙаттар һыҙылды. – Салауат ҡалаһы – Башҡортостан Республикаһының иң эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Бында 150 мең самаһы кеше йәшәй. Салауатта бер нисә мөһим нефть эшкәртеү предприятиеһы урынлашҡан, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Шуға күрә ҡала юлдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 6,3 километр оҙонлоҡтағы туғыҙ юлды норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Әле Зәки Вәлиди урамында эштәр дауам итә. 1,3 км оҙонлоҡтағы участкала юлсылар горизонталь тамға һыҙа. Салауаттағы бөтә юл эштәрен билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ, 28 авгусҡа тиклем тамамлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Президент Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш) һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.