Найти тему
Башҡортостан гәзите

46 турист маршруты әҙерләнгән

Башҡортостан уҡыусылары 46 уникаль турист маршруты буйынса бушлай сәйәхәткә сыға ала, тип хәбәр иттеләр Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Бындай турҙар «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты (по нацпроекту «Туризм и индустрия гостеприимства») буйынса ойошторола. "Башҡортостанда мәктәп туризмы" программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәк туроператорҙары 5-9-сы класс уҡыусылары өсөн 46 уникаль турист маршруты әҙерләгән. Улар балаларға үҙ төбәгенең тарихын һәм йолаларын яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. „Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы“ милли проекты ярҙамында 2023 йылда федераль бюджеттан төбәккә 188,7 миллион һум бүленгән. Проектты төбәк бюджетынан берлектә финанслау күләме 75,5 миллион һум тәшкил итте", – тиелә профилле министрлыҡ белдереүендә. Өфөлә иҫтәлекле һәм мәҙәни урындар буйлап экскурсиялар иң популяр булып тора. Әммә уҡыусылар бөтә республиканың башҡа маршруттары буйынса ла сәйәхәт итә, Мәҫәлән, Салауат Юлаевтың тыуған яғына — «Янғантау» геопаркына, унда шулай уҡ Ҡорғаҙаҡ шишмәһенә һәм Иҙрис мәмерйәһенә баралар. «Урал легендалары» туры Имәндәш ауылындағы музейға барыуҙы, Торатауға күтәрелеүҙе, «Красноусол» курорты буйлап экскурсияны күҙ уңында тота. Уҡыусылар Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» предприятиеһы менән таныша, «Йәш тикшеренеүсенең яҙмалары» оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша. Ике көнлөк тур программаһына уҡ атыу, һыбай йөрөү, тәңкә һуғыу, милли ҡоралдарҙа уйнау һәм башҡалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре инә. Балаларҙа үҙ фильмын төшөрөү буйынса белем алыу айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. РФ Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт ала. Фото: vk.com/mptrb2022