Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, үткәрелгән тикшеренеү илдең барлыҡ 89 субъекты ойошмаларын үҙ эсенә ала һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн кире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә. – Илебеҙҙең яһалма интеллект баҙары 18 процентҡа артып, 650 миллиард һумға барып етте. Ошо темпты юғалтмаҫҡа һәм технологиялар индереү буйынса күрһәткестәрҙе тағы ла юғарыраҡ итергә кәрәк, – тине Дмитрий Чернышенко. Яһалма интеллект индереүгә тармаҡтарҙың әҙерләү индексы һигеҙ йүнәлеш буйынса һаналасаҡ. Һөҙөмтәләр менән https://ai.gov.ru һылтанмаһы аша Милли порталда танышырға мөмкин. Тармаҡ ойошмалары вәкилдәре тикшеренеүҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн https://aibe.wciom.ru һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк. Фото: news.rambler.ru