Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гүзәл Уразова туйға әҙерләнә

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсы Гүзәл Уразова был көндәрҙә туй күлдәге һайлау менән мәж килә. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә хәбәр итте. Видеояҙманан күренеүенсә, йырсы әле бер, әле икенсе туй күлдәген кейеп ҡарай. 41 йәшен тултырған һәм дүрт балаһы булған әсәгә ап-аҡ туй күлдәктәре бик тә килешә – Уразова йәп-йәш кәләш. – Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: 6 августа Илдар менән өйләнешкәнебеҙгә 20 йыл була, дуҫтар! Быйыл беҙ яңынан туй уҙғарырға йыйынабыҙ. Бер аҙна ваҡыт ҡалды, – тип иғлан итә йырсы тормошонда ҡабатланасаҡ матур миҙгелде. Тимәк, тиҙҙән шәп туй тантанаһы көтөлә. Был хаҡта ла хәбәр итербеҙ әле. Фото: "Интертат".