Башҡортостанда Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының сираттағы ултырышы уҙҙы. Йәмәғәт штабы ағзалары һәм эксперттары 2023 йылдың 10 сентябрендә һайлауҙа ҡатнашыусы партияларҙың һайлау кампанияларын һәм һайлау алды программаларын анализланы, күҙәтеүселәр әҙерләүҙе тикшерҙе. - Республикалағы хәлдәрҙе иғтибар менән күҙәтәбеҙ, һайлау кампанияларын әҙерләү тураһында даими мәғлүмәт алабыҙ, - тип билдәләне «Независимая общественная мониторинг» коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ассоциацияһы рәйесе Александр Брод. Ул онлайн-форматта ултырышта ҡатнашты. Һәм, әлбиттә, был процестар иң элек һайлауҙарҙы ойоштороусылар - һайлау комиссияларының етди ҡатнашыуын талап итәсәк. Бөтәһе 3 273 участка һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы йәлеп ителә. Башҡортостан Республикаһында һайлауҙар һәр ваҡыт конкурентлы, йылдам үтә. Шуға күрә йәмәғәт күҙәтеүселәренә фейктарға юл ҡуймау, ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау буйынса ҙур эш тора. Ассоциация рәйесе төбәктәрҙең Йәмәғәт штабтары биргән мәғлүмәт ба