Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡанатлы толпарҙар иле" көтә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале үтә. Сарала "Ҡанатлы толпарҙар иле" фотокүргәҙмәһе лә эшләйәсәк. Унда Рәмил Килмәмәтов, Олег Машковский, Светлана Комкова, Тамара Андреева һәм башҡа билдәле фоторәссамдарҙың эштәре ҡуйыласаҡ. "Башҡорттар өсөн ат - изге хайуан, быуаттар дауамында ул мөһим урынды биләгән. Фотокүргәҙмәлә атты башҡорттарҙың ярҙамсыһы, тоғро дуҫы итеп күрһәтергә теләйбеҙ", - ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева. Билдәле булыуынса, "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале 2023 йылдың 11-12 авгусында Баймаҡ районында үтә. Проект республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға, үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Фото: "Башинформ".