Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән Александр Линкевич Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был турала ул аҙналыҡ кәңәшмәлә әйтелде. Белешмә: Линкевич Александр Евгеньевич 1977 йылдың 25 декабрендә Одесса өлкәһенең Новоукраинка ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы булып башлай. 2000-2018 йылдарҙа – өлкән уҡытыусы, социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы доценты, криминология һәм психология кафедраһы начальнигы, эске эштәр органдарында идара итеү кафедраһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының эске эштәр органдарында идара итеү кафедраһы начальнигы. 2019-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Контроль идаралығының начальник урынбаҫары – инспекция бүлеге мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары - йөкләмәләрҙең үтәлешен контролдә тотоу бүлеге мөдире. 2022-2023 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығының Контроль идаралығы начальнигы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.