"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә үзбәк һәм ҡарағалпаҡ опера йырсыһы Женисбек Пиязов сығыш яһай. Мөслим Магомаев исемендәге халыҡ-ара йырсылар конкурсы гран-приһын яулаусы Үзбәкстандың, Үзбәкстандың һәм Ҡарағалпаҡстан Республикаһының халыҡ артисы Женисбек Буркитович Рәсәйҙә, Азербайжанда, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда һәм башҡа үҫешкән илдәрҙә, шул иҫәптән Францияла, Испанияла, Португалияла, Германияла, Австрияла, Ҡытайҙа, Кореяла, Малайзияла абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Х. Байкаро операларынан ария, "Севильский цирюльник", "Искатели жемчуга", "Дон Жуан", "Юлий Цезарь", "Е. Онегин", "Свадьба Фигаро", "Дело Майсары" һәм башҡа операларҙан ария башҡара. Үҙенең уникаль таланты менән ул сәнғәт яратыусыларҙың һөйөүен яуланы. Опера йырсыһының сығышын 12 августа "Башҡорт аты" фестиваленең концерт программаһында күрергә мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале 2023 йылдың 11-12 авгусында Баймаҡ районының Граф күле эргәһендә үтәсәк. Фото: "Башинформ".
"Башҡорт аты"ның ҡунағы - опера йырсыһы Женисбек Пиязов
31 июля 202331 июл 2023
~1 мин